+22 °С
Облачно


Яңы Павловкала ауылындағы «Дуҫлыҡ» паркында Республика көнөнә арналған ҙур йәрминкә бара. Ғәҙәттәге шәмбе йәрминкәләренән ул киңәйтелгән форматта үткәрелеүе менән айырыла. Бөгөн унда район бюджет учреждениелары ла: мәктәптәр һәм балалар баҡсалары үҙ тауарҙарын тәҡдим итә.
Нимә генә юҡ унда: һәр төрлө ләүәштәр һәм башҡа төрлө ҡамыр ризыҡтары, һөт аҙыҡтары, ҡайнатмалар, ҡорт балы, йәшелсә, емеш-еләк һ.б.