Яңылыҡ
10 Октября 2021, 18:25

Араҡыны - аҙыҡ-түлеккә! Ырымбурҙар ағыуланыусылар 67-гә еткәс, ошондай кампания башланы

Ырымбур өлкәһендә суррогат араҡынан ағыуланып үлеүселәр һаны 34-кә еткәс, төбәк сифатһыҙ араҡының һаулыҡ өсөн хәүефле булыуы хаҡында аңлатыу кампанияһы башланы.

Араҡыны - аҙыҡ-түлеккә! Ырымбурҙар ағыуланыусылар 67-гә еткәс, ошондай кампания башланыАраҡыны - аҙыҡ-түлеккә! Ырымбурҙар ағыуланыусылар 67-гә еткәс, ошондай кампания башланы
Араҡыны - аҙыҡ-түлеккә! Ырымбурҙар ағыуланыусылар 67-гә еткәс, ошондай кампания башланы

Етәкселәр урындағы халыҡҡа сифатһыҙ спиртлы эсемлектәрҙе аҙыҡ-түлек йыйылмаларын алмаштырырға тәҡдим итә. Йыйылмаларҙың хаҡы араҡы хаҡынан күпкә ҡиммәтерәк. Ырымбурҙар бындай бартерҙы "Желен" сауҙа селтәре магазиндарында башҡара ала. Шулай уҡ төбәктә мәғлүмәт акцияһы башланған.

Бөгөнгә суррогат менән ағыуланыусылар һаны 67-гә еткән. Шуларҙың 34-енең ғүмере өҙөлгән. 24-е - дауаханала, уларҙың етәүһенең хәле ауыр.

Полиция хеҙмәткәрҙәре суррогат ҡойолған 1218 "ярты", шулай уҡ араҡы ҡойоу ҡоролмалары һәм әҙер буш шешәләр тапҡан.

Ҡала башлығы хәбәр итеүенсә, ағыуланыусылар бөтәһе лә ошо базала ҡойолған эсемлекте ҡулланған. Уларҙың составында метанол табылған. Ҡайһы берәүҙәрҙең организмында был ағыулы матдә үлемгә килтергән миҡдарҙан БИШ ТАПҠЫР артыҡ булған!

Василий Козупица

Подробнее на РБК:
https://www.rbc.ru/society/10/10/2021/616319539a7947ed7a4c767b
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас