Яңылыҡ
10 Октября 2021, 05:24

Ниндәй ул һин, яңы дельта-штамм?

Ул "ухань" штамынан айырыла һәм уның төп ҡурҡынысы...

Ниндәй ул һин, яңы дельта-штамм?Ниндәй ул һин, яңы дельта-штамм?
Ниндәй ул һин, яңы дельта-штамм?

Уфа-тайм хәбәр итеүенсә, «Инвитро» медицина компанияһының табип-инфекционисы, клиник диагностика лабораториһы баш табибы Андрей Поздняков коронавирустың яңы штамы тураһында һөйләгән.

Был штамм тәүге - "ухань" штамынан нығыраҡ йоғошло булыуы менән айырыла. Тәүгеһенең йоғоу коэффициенты 2-3 булһа, быныһының - 6-8. Йәғни бер сирле шул тиклем кешегә йоҡтороуы бар.

"Сирҙең ауырлығына килгәндә, тәүге штамм үпкәне зарарлаһа, дельта-штамдың иһә күп орган ?әм системаларға тәьҫире тикшерелгән. Сир үпкәнән тыш, бөйөрҙәргә,нерв системаһына зыян килтерә, тромбоз күҙәтелә", - ти эксперт.

Ул шулай уҡ коронавирус йоҡторғанда сирҙең ауырлығы кешенең йәшенә түгел, ә ниндәй штамм йоҡтороуына бәйле булыуын билдәләгән.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас