Яңылыҡ
10 Октября 2021, 11:46

Өс ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйған енәйәтсене тоторға ярҙам итеп, үҙе проблемаға юлыҡҡан

Орск ҡалаһында йәшәгән Василий Коченюк эштән ҡайтып туҡтап күп тә үтмәй, Александр Лазарев уның машинаһын урлап, ҡасырға ниәтләй. Быны Василийҙың дуҫы күреп ҡала. Егеттәр һәм Василийҙың атаһы өс ҡыҙҙы үлтереүҙә ғәйепләнеүсене ҡулға алырға булышлыҡ итә лә инде.

Өс ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйған енәйәтсене тоторға ярҙам итеп, үҙе проблемаға юлыҡҡанӨс ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйған енәйәтсене тоторға ярҙам итеп, үҙе проблемаға юлыҡҡан
Өс ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйған енәйәтсене тоторға ярҙам итеп, үҙе проблемаға юлыҡҡан

Автомобиль - Василий Коченюктың берҙән-бер килем сығанағы булған. Тәфтишселәр тикшереүҙәр бөткәнсе транспорт сараһы уларҙа ҡаласаҡ, тигән. Етмәһә Лазарев машинаны алып ҡасҡанда ныҡ ҡына бәргеләгән. Әле Коченюкка "туҡландырыусыһы"ның ҡасан һәм ниндәй хәлдә ҡайтарасағын билдәһеҙ. Һәм иң төп һорау: машинаны йүнәтеүҙе кем түләйәсәк?

Василий Коченюкка әле күрше-тирәһе матди ярҙам күрһәтә. Ул үҙе иһә Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслерға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас