Өс көн ял эсендә 1856 кешелә ковид-19 табылған. 9 октябрҙә иһә 627 кешелә теркәлгән, был тәүлек эсендә теркәлгәндәр һанының иң юғары күрһәткесе. Бөтәһе был сирҙе 72 879 кеше йоҡторған. Әлеге көндә 6,6 меңдән күберәк кеше ауырый, 1034 кеше дауаханаларҙа ята, шуларҙың 55-е ауыр хәлдә, 24 кеше яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған.
11 октябрҙә антирекорд теркәлгән, сөнки тәүлек эсендә 35 кеше вафат булған. Бөтәһе пандемия башланғандан бирле 1913 кеше үлгән.
Башинформдан алынды.