Яңылыҡ
12 Октября 2021, 09:55

Тағы ла юл фажиғәһе...

19 йәшлек егет "Опель Астра"автомобилендә юл аҫтына осҡан. 

Күмерау-Ермолаево автомобиль юлында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.  Быйыл йәй көнө генә водитель танытмаһы алған 19 йәшлек егет "Опель Астра"автомобилендә юл аҫтына осҡан. Эргәһендә 18 йәшлек ҡыҙ ҙа булған. 

Бәхеткә күрә икеһе лә тере, тик төрлө тән йәрәхәттәре алғандар, уларҙы дауаханаға оҙатҡандар. 

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас