Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
13 Октябрь , 19:50

Ҡаҙауҙы өс көндә ашап бөтөрә алған бактериялар табылған

Улар тирә-яҡ мөхит өсөн хәүефһеҙ һәм металлургия өсөн файҙалы

Ҡаҙауҙы өс көндә ашап бөтөрә алған бактериялар табылған

Чилиҙа металдар менән туҡланыусы бактериялар менән лаборатор һынауҙар үткәрелә. Улар ҡаҙауҙы өс көндә ашап бөтөрә ала, тип хәбәр news.mail.ru.

Һүҙ тимерҙе окисландырыусы Leptospirillum бактерияһы тураһында һүҙ бара. Чили биотехнологы Надак Реалес экстремофилдар өлгөләрен Анд тауҙарындағы Татио гейзерҙарынан алған.

Экстремаль шарттарҙа йәшәүсе был бактерияларға ҡаҙауҙы юҡ итеү өсөн башта ике ай кәрәк булған. Тикшеренеүсе микроорганизмдарҙы асығырға мәжбр иткән һәм улар йәшәү өсөн көрәштә үҫешә башлағанда. Бактерияларҙың һәр яңы быуынына аҙыҡты үҙләштереү өсөн барған һайын әҙерәк ваҡыт кәрәк булған. Һөҙөмтәлә улар ҡаҙауҙы ашап бөтөрә алған ваҡыт өс көнгә тиклем кәмегән.

Ғалимдар киләсәктә бындай микроорганизмдар ярҙамында файҙалы ҡаҙылмалар сығарғанда барлыҡҡа килгән тирә-яҡ мөхитте бысратыусы продукттарҙы юҡ итеү өсөн файҙаланырға мөмкин булыр, тип өмөтләнә.

Фото: www.msn.com

Автор:Юлай Мурзабаев