Яңылыҡ
13 Октября 2021, 12:50

Балалар ағыуланған

Ял комплексында балалар хлорка менән ағыуланған

Добавить в предпочтительные источники Google
Балалар ағыуланғанБалалар ағыуланған
Балалар ағыуланған

Өфөлә ике бала Черниковка биҫтәһендәге ял комплексында хлорка менән ағыуланған, тип хәбәр итә "Башинформ". Mash Batash телеграм-каналы мәғлүмәттәре буйынса, балалар ата-әсәләре мнән бергә ял иткәндәр. Өлкәндәр шунда уҡ насар һәм әсе еҫ тойған. Кешеләрҙең күҙҙәре әсеткән, йүткерә башлағандар, бер бала бассейнда ҡоҫоп ебәргән.

Бер әсә әйтеүенсә, комплекс етәкселеге хлорҙың концентрацияһы нормала һәм борсолорға кәрәкмәй, тип ышандырған. Әммә өйгә ҡайтҡас, ҡыҙы ҡан ҡатыш ҡоҫоуы тураһында һөйләгән. Баланы ағыуланыу диагнозы менән госпитализациялағандар. Ҡыҙҙың әсәһе полицияға ғариза яҙған.

Автор:Юлай Мурзабаев