Яңылыҡ
13 Октября 2021, 03:40

Башҡортостанда мотлаҡ вакциналау башлана

Бөгөндән республикала граждандарҙың айырым категориялары өсөн мотлаҡ вакциналау индерелә

Башҡортостанда мотлаҡ вакциналау башланаБашҡортостанда мотлаҡ вакциналау башлана
Башҡортостанда мотлаҡ вакциналау башлана

Республика Роспортребнадзоры етәксеһе Анна Казак брифингта белдереүенсә, 13 октябрҙә республикала граждандарҙың айырым категорияларын эпидемиологик күрһәткестәр буйынса мотлаҡ вакциналау башланасаҡ, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Медицина процедураһы кемгә ҡағыласағы айырым исемлектә ведомствоның сайтында баҫылған. Анна Казак аныҡлап китеүенсә, уға уҡытыусылар, табиптар, социаль сфера хеҙмәткәрҙәре кеүек халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе ингән.  Әйтергә кәрәк, был сара илдең 30 төбәгендә индерелгән. Сәбәбе билдәле – ауырыусылар һаны күбәйгән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас