Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
13 Октябрь , 20:20

Тәгәрмәстәрҙе ҡасан алмаштырырға?

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тәгәрмәстәрҙе ҡасан ҡышҡыға алмаштырыу кәрәклеген әйтте

Тәгәрмәстәрҙе ҡасан алмаштырырға?

Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водителдәрҙе транспрот сараларының тәгәрмәстәрен ваҡытында алмаштырыу кәрәклеге тураһында иҫкәртте.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, термометр бағаналары яйлап 0 градустан аҫҡараҡ төшә башланы. Тимәк, был йәйге резинаны ҡышҡыға алмаштырырға ваҡыт етеүен аңлата.

- Күпселек эксперттар уртаса тәүлек температура тотороҡло рәүештә +5... +7 градус булғанда ҡышҡы шиналар ҡуйырға кәңәш итә. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәүефһеҙлек маҡсатында ҡар ятҡанын көтмәҫкә тәҡдим итә. Көндөҙ күләүектәр ирей, ә иртәнсәк шул уҡ эстакадаларҙа, күперҙәрҙә тайғаҡ булыу мөмкин, - тип мөрәжәғәт итә водителдәргә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Автор:Юлай Мурзабаев