Яңылыҡ
13 Октября 2021, 11:50

Һуңғы тәүлектә тағы 35 кешенең ғүмере өҙөлгөн

Башҡортостанда COVID-19 менән ауырыу буйынса яңы статистика

Һуңғы тәүлектә тағы 35 кешенең ғүмере өҙөлгөнҺуңғы тәүлектә тағы 35 кешенең ғүмере өҙөлгөн
Һуңғы тәүлектә тағы 35 кешенең ғүмере өҙөлгөн

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 662 кеше COVID-19-ға ыңғай тест алған. Был ауырыуҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 13 октябргә 74 174 кеше тәшкил итә.

Дауахандарҙа 1087 кеше дауалана, шуларҙың 708-е 60 йәштән өлкән кешеләр. 51 пациенттың хәле ауыр, 22 сирле ИВЛ аппараты ярҙамына мохтаж.

Республикала 6 904 кеше өйҙә дауалана, шул иҫәптән 60+ категорияһына ҡараған 5 652 кеше.

Коронавирус һуңғы тәүлектә 35 кешенең ғүмерен өҙгән. Вафат булыусыларҙың дөйөм һаны 1982-гә етте, шуларҙың 1683-ө 60 йәштән өлкәндәр.

Башҡортостандың 1 354 619 кешеһе COVID-19-ҙан вакцинаның беренсе компонентын яһатҡан, 1 228 785 кеше вакциналауҙы тулыһынса (1-се һәм 2-се компонент) үткән.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас