Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
14 Октябрь , 09:25

Ковидтың дүртенсе тулҡынының иң бейек нөктәһенә барып еттек

Стәрлетамаҡ ковид госпитале бүлеге мөдире Таһир Нурисламов фекеренсә, Башҡортостан коронавируслы инфекция менән ауырыуҙың дүртенсе тулҡынының иң бейек нөктәһенә барып еткән. 60 йәштән өлкәндәр үтә ҙур хәүеф аҫтында тора.

Ковидтың дүртенсе тулҡынының иң бейек нөктәһенә барып еттек

«Йәштәрҙең организмы ныҡ, сиргә ҡаршы көрәшкә һәм тергеҙеүгә көстәре бар. Тик, йылдар үтеү менән һаулыҡ наҡыҫая, кеше яңынан-яңы ауырыуҙарға дусар була. Өлкән йәштәге пациенттар ярҙамға йышыраҡ мохтаж һәм коронавирус менән зарарланыуҙы ауыр кисерә», — тип хәбәр итте Таһир Нурисламов.

Табип фекеренсә, иммунлашыу менән яһалма иммунитет булдырыу, үҙҡурсалау режимын һаҡлау, кешеләр менән аралашыуҙы кәметеү бик мөһим булып тора.

«Был  зарарланыу сылбырын өҙөргә мөмкинлек бирәсәк. Контакт мәлендә, һөйләшкәндә һулап сығарған һауала һыу бөрсөктәренә вирус эләгеп сыға, һулағанда иһә үпкәләр зарарлана. Үҙҡурсаланыу ауырыу йоҡтороуҙан һаҡлаясаҡ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Таһир Нурисламов.

https://www.bashinform.ru/news/1657957-vrach-iz-sterlitamakskogo-kovid-gospitalya-my-nakhodimsya-na-pike-chetvertoy-volny-covid-19/

Автор:Альмира Аюпова