Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
14 Октябрь , 11:36

Рейд һөҙөмтәһе: талаптар тейешенсә үтәлмәй

Район үҙәгенең сауҙа нөктәләре буйлап тикшереүҙәр үтте.

Рейд һөҙөмтәһе: талаптар тейешенсә үтәлмәй

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов етәкселегендәге комиссия кисә ҡайһы бер сауҙа нөктәләрендә булып, Республика Башлығының коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы ҡарарына индерелгән үҙгәрештәрҙең үтәлешен тикшерҙе.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда вирус таралыу көндән-көн арта. Ғүмере өҙөлгән таныш-тоноштар ҙа юҡ түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, сир таралыуын сикләү буйынса талаптар тейешенсә үтәлмәй әле. Һатып алыусылар түгел, хатта ҡайһы бер һатыусылар үҙҙәре лә битлек кеймәй. Ҡайһы бер һатыу нөктәләрендә хеҙмәткәрҙәрҙең тән температураһы тикшерелмәй, ваҡытында дезинфекция , һауа елләтеү үткәрелмәй. 

Был тикшереү буйынса иҫкәртеүҙәр эшләнде. Алдағы көндөрҙө лә рейдтар дауам итсәк. Халыҡ был талаптарҙың ҡағыҙ, "показуха" өсөн түгел, ә сәләмәтлекте һаҡлау маҡсатында икәнлеген аңлаһын да, теүәл үтәһен ине.

 

Автор:Альмира Аюпова