+14 °С
Облачно


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда вирус таралыу көндән-көн арта. Ҡәһәрли сир сәбәпле, ғүмере өҙөлгән таныш-тоноштар тураһында ла көн дә хәбәр алып торабыҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, сир таралыуын сикләү буйынса талаптар һаман да тейешенсә үтәлмәй әле.
Ҡайһы бер һатып алыусылар битлек кеймәй. Ваҡытында дезинфекция, һауа елләтеү үткәрелмәй. Бындай, ҡарарҙы үтәмәү осраҡтары буйынса иҫкәртмәләр яһалды.