Яңылыҡ
17 Октября 2021, 06:50

Шәмбелә вакциналаныусылар һаны буйынса рекорд ҡуйылды

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина яһатыусылар һаны 1,5 миллионға яҡынлашты

Шәмбелә вакциналаныусылар һаны буйынса рекорд ҡуйылдыШәмбелә вакциналаныусылар һаны буйынса рекорд ҡуйылды
Шәмбелә вакциналаныусылар һаны буйынса рекорд ҡуйылды

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, 16 сентябрҙә COVID-19-ҙан привикаланыусылар һаны буйынса республикала рекорд ҡуйылған – 40 321 кеше, шуларҙың 27 045-е беренсе компоненты яһатҡан. Был хаҡта социаль селтәрҙә республика һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.

Шәмбе йомғаҡтары буйынса респубикала бөтәһе 1 422 447 кеше – беренсе компонент менән, 1 259 376 кеше тулыһынса вакциналанған.

Пандемияның сираттағы тулҡынына бәйле төбәктә вирусҡа ҡаршы көрәш саралары көсәйтелде: күп кенә учреждениеларға һәм ойошмаларға инеү өсөн вакциналаныу тураһында справка кәрәк, 65 йәштән өлкән прививкаланмаған кешеләргә үҙҡурсалау режимы индерелде. 18 октябрҙән киләһе этап башлана – тәрбиәләү буйынса, сәләмәтләндереү, спорт һәм башҡа хеҙмәттәр алыу өсөн справка талап ителәсәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас