Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
22 Октябрь 2021, 20:15

Мәскәүҙә ҡатын махсус рәүештә коронавирус йоҡтороп, үлгән

Ҡыҙы реанимацияға эләккән.

Мәскәүҙә ҡатын махсус рәүештә коронавирус йоҡтороп, үлгән
Мәскәүҙә ҡатын махсус рәүештә коронавирус йоҡтороп, үлгән

Тарихты социаль селтәрҙә табип Павел Бранд һөйләне. 42 йәшлек ҡатын үҙенең ҡыҙҙары менән бергә коронавирус менән ауырыған әхирәтенә ҡунаҡҡа барған. Мәскәү ҡатыны ҡайҙалыр сирҙе еңел ауырыған кешенән йоҡторһаң, инфекцияны еңел формала үткәрәгә мөмкин булыуы хаҡында ишеткән. Ә тормошта барыһы ла насарыраҡ булып сыҡты. Ҡатын оҙаҡ ваҡыт медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итмәгән. Һуңыраҡ ул вафат булған. Уның ҡыҙы реанимацияға эләккән. Бәхеткә, табиптар туғыҙ йәшлек ҡыҙыҡайҙы ҡотҡара алған, хәҙер ул төҙәлеп бара. Ҡатындың ире һәм икенсе ҡыҙы еңел формала ауырыған

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: