Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
25 Октябрь 2021, 10:45

Бөгөн Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙең сираттағы этабы башланды

Был хаҡта указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткән аҙнала ҡул ҡуйғайны.

Бөгөн Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙең сираттағы этабы башланды
Бөгөн Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙең сираттағы этабы башланды

25 октябрҙән 18 йәштән оло граждандар ваҡлап һатыу баҙарҙарына (ауыл хужалығы һәм махсуслашҡан аҙыҡ-түлек баҙарҙарынан тыш) COVID-2019-ға ҡаршы вакциналау тураһында сертификат йәки һуңғы алты айҙа коронавирус менән ауырығанды раҫлаған белешмә күрһәтеп кенә инә аласаҡ.

2021 йылдың 1 декабренән ошо уҡ документтарҙы санатор-курорт ойошмаларына, профилакторийҙарына, пансионаттарына һәм ял йорттарына барғанда күрһәтеү мотлаҡ буласаҡ.Быға тиклем индерелгән сикләүҙәр ҙә ғәмәлдә ҡала бирә. Әйтелгән сертификат-белешмәләргә ҡушып республикала йәшәүселәр вәкәләтле вазифалы шәхестәр талабы буйынса паспорт йәки шәхесте раҫлаусы башҡа документ күрһәтергә тейеш.

Фото:Валерий Шахов / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: