Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
25 Октябрь 2021, 18:45

Ейәнсура районының коронавирус инфекцияһына ҡаршы штабы яңы ҡарар ҡабул итте

Муниципаль район хакимиәте социаль селтәрҙә хакимиәт ҡарамағындағы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса штаб ҡарары менән таныштырҙы.

Ейәнсура районының коронавирус инфекцияһына ҡаршы штабы яңы ҡарар ҡабул итте
Ейәнсура районының коронавирус инфекцияһына ҡаршы штабы яңы ҡарар ҡабул итте

Ҡарарҙа район предприятиеларында һәм учреждениеларында пропуск режимын контролләүҙе көсәйтеү, битлек режимын тәьмин итеү бурысы ҡуйыла. Шулай уҡ республика Башлығының юғары әҙерлек тураһында указы үтәлеүен тәьмин итеү өсөн учреждениелар һәм предприятиелар буйынса рейдтар дауам итәсәк. Сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе предприятиеларында сикләү һыҙаттары булыуы, ярашлы документтар алып барылыуы һәм Роспотребнадзорҙың бөтә талаптары үтәлеүе тәьмин ителергә тейеш.

Вакцинацияның кәрәклеге тураһында аңлатыу эше алып барыласаҡ, КОВИД-19 диагнозы раҫланған граждандарҙың, яҡындарының, шулай уҡ 60+ категорияһындағы прививкаланмаған граждандарҙың үҙҡурсалау режимын үтәүҙәрен күҙәтеү буйынса саралар күреләсәк.

Шулай уҡ ҡарарҙа белем биреү учреждениелары етәкселәренең уҡыусыларға һәм хеҙмәткәрҙәргә ишек янында термометрия үткәреүҙе ойоштороуҙа шәхси ҡатнашыуын тәьмин итеү, каникул ваҡытында бәлиғ булмағандарҙың комендант сәғәтен үтәүен күҙәтеү буйынса рейдтар үткәреү бурысы йөкмәтелә. Колл-үҙәк эше, ирекмәндәрҙең үҙҡурсалауҙа булған граждандарға беренсе кәрәк-яраҡ тауарҙарын алып барыу буйынса эшмәкәрлеге лә туҡтамаҫҡа тейеш.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: