Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
25 Октябрь 2021, 16:58

Күп осраҡта, балаһын хоҡуҡ боҙоуға ата-әсә үҙе этәрә

Мәҫәлән, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре штрафстоянкаға бикләнгән мототехникаларҙың ата-әсәләр береһен – 58 меңгә, икенсеһен 98 мең һумға һатып алып биргән.

Күп осраҡта, балаһын хоҡуҡ боҙоуға ата-әсә үҙе этәрә
Күп осраҡта, балаһын хоҡуҡ боҙоуға ата-әсә үҙе этәрә

Юлдарҙа балалар хәүефһеҙлеген иҫкәртеү йәһәтенән эш даими алып барылһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күрһәткестәр һөйөндөрмәй. Ейәнсура районының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы инспекторҙары тарафынан 2021 йылдың 1 ғинуарынан 22 октябргә тиклем балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәһен үтәмәгән (хәүефһеҙлек креслоһы, ҡайыш) 219 водитель асыҡланған. Уларға РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.23-сө статьяһының 3-сө өлөшө буйынса протокол төҙөлгән.

Шулай уҡ бәлиғ булмағандарҙың транспорт сараһы менән идара итеүгә хоҡуғы булмай тороп, руль артына ултырған осраҡтары йыш күҙәтелә. Быйыл, мәҫәлән, шундай алты үҫмергә 12.7-се статьяның 1-се өлөшө буйынса протокол төҙөлдө. Улар бөтәһе лә 2006-2008 йылғылар. Иң аяныслыһы, балаһын хоҡуҡ боҙоуға ата-әсәнең үҙе этәреүе. Мәҫәлән, штрафстоянкаға бикләнгән дүрт мототехниканың ата-әсәләр береһен – 58 меңгә, икенсеһен 98 мең һумға һатып алып биргән. Был ата-әсә админитратив штрафҡа өҫтәп, мототехниканы стоянкаға алып барған эвакуатор хеҙмәтенә һәм стоянкала торған өсөн түләйәсәк. Ярай, был юлы барыһы ла аҡса түләү менән үтеп китһә, ә юл бит хаталарҙы ғәфү итмәй...

Ошоларҙы һәм уҡыусыларҙың көҙгө каникулы башланыуын күҙ уңында тотоп, 25 октябрҙә республикала һәм район территорияһында “Иғтибар – балалар!” махсус иҫкәртеү сараһы башланды. 12 ноябргә тиклем дауам итәсәк операция барышында юлдарҙа балаларҙы йөрөтөүгә, йәйәүле балалар ҡатнашлығындағы бәхетһеҙ осраҡтарҙы кәметеү йәһәтенән маҡсатлы эш алып барыласаҡ. Ата-әсәйҙәрҙе, водителдәрҙе иғтибарлы булырға саҡырабыҙ.

И. Бакиров, ЮХХДИ начальнигы.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: