Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
26 Октябрь 2021, 11:30

Дүрт тәпәйле дуҫтарға ла вакцина... КОВИДтан

Өфөлә әле вакциналанған йорт хайуандары күп түгел - бары 26.

Дүрт тәпәйле дуҫтарға ла вакцина... КОВИДтан
Дүрт тәпәйле дуҫтарға ла вакцина... КОВИДтан

"Йорт хайуандарына коронавирустан прививка эшләйһегеҙме?" - күп хужаларҙың үтенесенән һуң Өфөнөң бер ветеринар клиникаһында ошондай хеҙмәт күрһәтә башлаған.

Яҙ махсус вакциналар - хайуандарға тәғәйенләнгән "Карнивак-ков" вакциналары һатып алғандар. Ул Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында киң ҡулланыла икән. Өфөлә иһә әлегә 26 вакцина эшләнгән. Башлыса бесәйҙәргә. Вакцина ике компонентлы, 3 аҙна аралығында эшләнә икән.

Вакцина эшләтеү түләүле, 700 һум. Әммә, белгестәр иҫәпләүенсә хаҡы 100-әр мең һумлыҡ тоҡомло эт-бесәй хужалары өсөн - был "диңгеҙҙәге тамсы" ғына. Уларҙың бит йорт хайуандары - ғаилә ағзаһы, ял итергә лә, сит илдәргә лә бергә йөрөтәләр.

Нимә был? Йорт хайуандарын вакциналау ысынлап та бик кәрәкле сарамы? Әллә байҙарҙың шашып китеүеме? Ә бәлки ветеринар клиникаларҙың аҡса эшләп ҡалыу мөмкинлегер? Нисек уйлайһығыҙ?

Әйткәндәй Цинциннати зоопаркында 80 йәнлеккә Совкид-19-ҙан вакцина эшләнгән. 

Фото: РГ.ру сайтынан.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: