Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
26 Октябрь 2021, 09:25

"Корона"лы мәктәптәр һаны - 262

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмәһендә коронавирус осраҡтары теркәлгән мәктәптәр һаны аталды. 

"Корона"лы мәктәптәр һаны - 262
"Корона"лы мәктәптәр һаны - 262

- COVID-19 осраҡтары теркәлеү сәбәпле, мәктәптәрҙә эпидемияға ҡаршы һәм иҫкәртеү саралары үткәрелә. Сикләү саралары 262 мәктәптә, йәғни тотош белем биреү ойошмаларының 5 процентында индерелгән, - тине Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Галина Пермина.   

Ведомство етәксеһе шулай уҡ үткән аҙнала киҫкен респиратор сирҙәренең (ОРВИ) 37,5 мең осрағы теркәлеүе, шуның 30 проценты 14 йәшкә тиклемге балалар булыу хаҡында әйтте. 

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: