

“Яндекс. Погода” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн, 2 ноябрҙә, болотло булыуы, һауа температураһы көндөҙ +3...+6 градус тәшкил итеүе һәм төндә ҡапыл һалҡынайтып, –7 градусҡа түбәнәйеүе көтөлә.
Киләһе ике көндә, шаршамбыла һәм кесе йомала, аяҙ буласаҡ, термометр бағанаһы көндөҙ –3-тән +1 градусҡа тиклем күрһәтәсәк, төндә иһә –6...–9 градусҡа ҡәҙәр түбәнәйәсәк. Ел башлыса көньяҡ-көнсығыштан һәм көньяҡтан секундына 3-5 м тиҙлектә иҫә.
Фото: М. Булатов / photocentra.ru