Яңылыҡ
6 Ноября 2021, 06:45

Ковидтан вафат булған кемдәрҙең ғаиләһенә аҡса түләнә?

Компенсация күләме – 68,8 мең һум, инвалидлыҡҡа килтергән осраҡта 688 мең һумдан ике миллион һумға тиклем етеүе ихтимал.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ковидтан вафат булған кемдәрҙең ғаиләһенә аҡса түләнә?Ковидтан вафат булған кемдәрҙең ғаиләһенә аҡса түләнә?
Ковидтан вафат булған кемдәрҙең ғаиләһенә аҡса түләнә?

Башҡортостанда коронавирустан вафат булған 33 медицина хеҙмәткәре ғаиләләре 91 миллион һум күләмендә страховка түләүҙәре алған. Был хаҡта “РБК-Уфа” порталына һылтанма менән “Башҡортостан” гәзите хәбәр итә.

Страховка түләүҙәре, Рәсәй Президенты указына ярашлы, Социаль страховка фонды тарафынан хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә коронавирус сирен йоҡторған медицина хеҙмәткәрҙәренә түләнә. Указға ярашлы, ковид  арҡаһында хеҙмәткә яраҡлылыҡты ваҡытлыса юғалтҡан табип өсөн компенсация күләме – 68,8 мең һум, инвалидлыҡҡа килтергән осраҡта  688 мең һумдан ике миллион һумға тиклем етеүе ихтимал. Вафат булған осраҡта табип ғаиләһе 2,7 миллион һум күләмендә аҡса ала. Бындай түләүҙәр табиптарға ғына түгел, кесе медицина хеҙмәткәрҙәре һәм "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте водителдәре өсөн дә ҡаралған.

Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, пандемия башланғандан алып сирҙе йоҡторған медицина хеҙмәткәрҙәренә 15,3 мең һумға яҡын түләнгән. Страховка түләүҙәре суммаһы 1,14 миллиард һум тәшкил итте. Шуның 91 миллион һумын ковидтан вафат булған 33 медицина хеҙмәткәренең ғаиләләре алды.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, октябрь аҙағында республикала 12,7 мең медицина хеҙмәткәре инфекцияны үткәргән, һигеҙенә инвалидлыҡ билдәләнгән.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Юлай Мурзабаев