Яңылыҡ
6 Ноября 2021, 14:10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә

Республикала һауа шарттары насарайыуы көтөлә

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртәҒәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы иртәгә, 7 ноябрҙә, республикала һауа торошо шарттарының насарайыуы тураһында иҫкәртте. МЧС мәғлүмәттәре буйынса, республикала көслө ел сығыуы көтөлә. Уның тиҙлеге урыны менән секундына 15-20 метрға етәсәк. Шулай уҡ юлдарҙа яуым-төшөм ваҡытында күреү мөмкинлеге 500-1000 метрға тиклем насараясаҡ. Ҡайһы бер райондарҙа юлдарҙа боҙлауыҡ һәм тайғаҡ булыуы көтөлә.

Автор:Юлай Мурзабаев