Яңылыҡ
19 Ноября 2021, 05:19

Бөгөн һуңғы 500 йыл эсендә тәүгә Рәсәйҙә иң оҙайлы Ай тотолоу күҙәтелә

Тотолоу тулыһынса тиерлек буласаҡ.

Бөгөн һуңғы 500 йыл эсендә тәүгә Рәсәйҙә иң оҙайлы Ай тотолоу күҙәтеләБөгөн һуңғы 500 йыл эсендә тәүгә Рәсәйҙә иң оҙайлы Ай тотолоу күҙәтелә
Бөгөн һуңғы 500 йыл эсендә тәүгә Рәсәйҙә иң оҙайлы Ай тотолоу күҙәтелә

 “Бөгөн, 19 ноябрҙә, Мәскәү ваҡыты менән сәғ. 9:03-тән 15.04-кә тиклем Ай тотоласаҡ. Был – XV быуаттан алыу тәүге иң оҙайлы тотолоуҙы күп рәсәйлеләр күрә алмаясаҡ”, – тиҙәр “Роскосмос”та

Тотолоу тулыһынса тиерлек була, йәғни Ай тулыһынса тиерлек Ерҙең күләгәһе менән ҡапланасаҡ. Был күренеште Алыҫ Көнсығышта күрә аласаҡтар. Ай тотолоу 3 сәғәт тә 28 минут дауам итәсәк.

Июнь айында Рәсәй халҡы һуңғы 55 йылда тәүге тапҡыр Ҡояштың ҡуласалап тотолғанына шаһит булғайны.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас