Яңылыҡ
20 Ноября 2021, 06:25

Ейәнсурала биналарҙы 1 декабргә тиклем биҙәргә тәҡдим ителде

Ейәнсура район хакимиәте ойошмалар һәм предприятиелар етәкселәренә 1 декабргә тиклем биналарҙы һәм территорияларын биҙәргә тәҡдим итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ейәнсурала биналарҙы 1 декабргә тиклем биҙәргә тәҡдим ителдеЕйәнсурала биналарҙы 1 декабргә тиклем биҙәргә тәҡдим ителде
Ейәнсурала биналарҙы 1 декабргә тиклем биҙәргә тәҡдим ителде

МР хакмиәтенең социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, үҙәк урамдарҙа урынлашҡан биналарҙың фасадтарын һәм витриналарын яҡтыртҡыстар менән биҙәүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.

“Әйтергә кәрәк, бәләкәй һәм урта бизнестың күп вәкилдәре йыл һайын предприятиелар һәм ойошмалар биналарын биҙәүгә ижади ҡарай. Биналар, ер участкалары хужаларынан һәм арендаторҙарынан Яңы 2022 йылға байрамса биҙәүҙә һәм әҙерлектә әүҙем ҡатнашыуҙарын һорайбыҙ”, – тип мөрәжәғәт итә МР хакимиәте.

Автор:Юлай Мурзабаев