Яңылыҡ
22 Ноября 2021, 09:45

Йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү йәшен арттырмаҡсылар

Әлегә ете йәшкәсә балаларҙың ғына бындай мөмкинлеге бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү йәшен арттырмаҡсыларЙәмәғәт транспортында бушлай йөрөү йәшен арттырмаҡсылар
Йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү йәшен арттырмаҡсылар

Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар буйынса комитеты ете йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға йәмәғәт транспортында бушлай йөрөүҙе күҙ уңында тотҡан яңы закон проектын әҙерләүҙе тәҡдим итергә йыйына. “Башинформ” хәбәр итеүенсә, был хаҡта РИА Новости агентлығына комитет рәйесе Нина Останина белдергән.

Депутат һүҙҙәренсә, бөгөн төбәк властары был проблемаларҙы айырым бойороҡтар, социаль карталар һәм башҡа ысулдар менән үҙҙәре хәл итә. Башланғыс авторҙары иһә быны закон менән нығытып ҡуйырға теләй.

Хәҙер ете йәшкәсә балалар ғына транспортта бушлай йөрөргә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәрһеҙ йөрөгән 16 йәшкә тиклемге балаларҙы юл хаҡы түләмәгән өсөн төшөрөп ҡалдырыу тыйыла.

Фото: «Башҡортостан» ДТРК / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев