

Октябрьский ҡалаһы суды «ялған документ эшләү» статьяһы буйынса 63 йәшлек ҡатынға ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.
Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2019 йылдың декабренән 2021 йылдың апреленә тиклем ҡатын медицина тикшереүен үтеү тураһында ялған медицина белешмәләрен эшләп һатҡан. Документтар алыҫ Себер райондарында транспорт менән идара итеүгә рөхсәт һәм водитель таныҡлығы алыу өсөн кәрәк булған.
Ул бөтәһе 30 ялған белешмә әҙерләгән. Уларҙың хаҡы 500 һумдан алып 2 мең һумға тиклем тәшкил иткән.
Хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен таныған. Суд уны 1 йыл да 6 айға иркенән сикләгән. Әле хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәгән.
Фото: Ксения Калинина / “Башиформ”.