Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
27 Ноябрь 2021, 08:25

Башҡортостандың бер районында суд гадалканан кәрттәрен юҡҡа сығарыуҙы талап иткән

Гүзәл (гадалканы шулай атайыҡ) һигеҙ йыл элек "гастролдә" йөрөгәндә, Красноусол ауылына барып сыға.

Башҡортостандың бер районында суд гадалканан кәрттәрен юҡҡа сығарыуҙы талап иткән
Башҡортостандың бер районында суд гадалканан кәрттәрен юҡҡа сығарыуҙы талап иткән

Ул редакция коллективына инеп, кемдәлер - сихыр булыуы, ә кемдеңдер туғаны сирләүе хаҡында бәйән итеп, быларҙан ҡотолорға ярҙам тәҡдим итә. Бының өсөн уға бары кәрт, 12,5 мең аҡса һәм мосолман йолаһын атҡарыу кәрәгә. Шунан ул китә.

Һәм бына, 8 йыл үткәс, ул яңынан килә. Был юлы уның ырғағына бухгалтер эләгә. Гүзәл 15 меңгә уның сихырын "ҡайтара". Йәнә бер шәхси эшҡыуар унан алданғас, полицияға ғариза яҙалалар. Гүзәлде тоталар. Суд мутлашыусыға эш хаҡынан 5-әр процентын тотоу маҡсаты менән, 6 ай холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп итә һәм, иң аянысы - 67 кәрттән торған ритуал башҡарыу кәрттәрен юҡ итергә ҡуша.

 

 

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: