Яңылыҡ
30 Ноября 2021, 12:45

Еңеүселәр премия аласаҡ

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада еңеүселәренә премиялар булдырылды

Добавить в предпочтительные источники Google
Еңеүселәр премия аласаҡЕңеүселәр премия аласаҡ
Еңеүселәр премия аласаҡ

Республикала Башҡорт теле көнө алдынан Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға премиялар булдырылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.

Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңгән һәм призлы урындар өсөн тапшырылған премияларына өҫтәмә рәүештә Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала еңеү яулаған һәм призлы урындар өсөн премиялар ҡарала.

Еңеүселәр һәм уларҙың уҡытыусылары — 5-әр мең, призерҙар һәм уларҙың педагогтары 3-әр мең һум алырға тейеш.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин әйтеүенсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада 1987 йылдан башлап үткәрелә. Ә төбәк-ара кимәлдә 1996 йылдан ойошторола. Йылдан-йыл олимпиадала Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләре уҡыусылары ҡатнаша, төрлө йылдарҙа Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан Республикаһы балалары ҡатнашты.

Фото: Гөлфиә Акулова / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев