Яңылыҡ
1 Декабря 2021, 10:35

БҮЛӘКТӘР УЙНАТЫЛДЫ!

Район хакимиәте өлкәндәрҙе вакцина эшләтеүгә дәртләндереү маҡсатында акция иғлан иткәйне. 12 ноябрҙән алып 30-ына тиклем вакцина эшләткән 60 йәштән өлкән райондаштар махсус купондар тултырҙы. Һәм бына, ниһайәт, бөгөн шул купондар уйнатылды һәм "Берҙәм Рәсәй" партияһы әҙерләгән бүләктәр эйәләрен тапты. 

Добавить в предпочтительные источники Google
БҮЛӘКТӘР УЙНАТЫЛДЫ!БҮЛӘКТӘР УЙНАТЫЛДЫ!
БҮЛӘКТӘР УЙНАТЫЛДЫ!

Бүләк алған һәр кемде ихлас ҡотлайбыҙ һәм иң мөһим бүләк - сәләмәтлек булыуын иҫегеҙгә төшөрөп, әлегәсә вакцина эшләтмәгәндәрҙе йәиһә икенсе компонентты эшләтеүгә ярты йыл үткәндәрҙә йәнә вакциналау пункттарына саҡырып ҡалабыҙ. 

Әйткәндәй, 60 йәштән өлкәндәр араһында бүләк уйнатыуҙың икенсе этабы ла буласаҡ. Унда бөгөнгө отошта сыҡмаған купондар менән декабрь айында тултырылғандары уйнатыласаҡ.

Уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Альмира Аюпова