

Был Аҙналыҡ һәм финанс грамоталылығы кимәлен күтәреү саралары, халыҡты күберәк йәлеп итеү маҡсатында, 30 ноябргә тиклем оҙайтылды. Шуға күрә лә урындарҙа ошоға бәйле саралар үтә.
Беҙҙең Ибрай урта мәктәбендә Аҙналыҡ сиктәрендә шундай саралар үтте:
1) Эшҡыуарлыҡ сәғәте
10-11 -се класс уҡыусылары эшҡыуар Иҙрисова Зилбәр Ғарифйән ҡыҙы менән осрашты;
2) ИП КФХ "Шифа" талҡан етештереү цехына уҡыусылар, класс етәкселәре Аҡбутина Зимфера Хәкимйән ҡыҙы, мәктәптең уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Ишбаев Ирек Әхмәҙулла улы менән бергәләп экскурсия ойошторолдо.