Яңылыҡ
1 Декабря 2021, 12:15

 ПЦР-тест 48 сәғәт кенә ғәмәлдә була. Барыһына яңы штамм ғәйепле.

Роспотребнадзор башлығы Анна Попова һүҙҙәренсә, был яңы омикрон-штамдың үҙенсәлектәре менән бәйле.

Добавить в предпочтительные источники Google
ПЦР-тест 48 сәғәт кенә ғәмәлдә була. Барыһына яңы штамм ғәйепле.ПЦР-тест 48 сәғәт кенә ғәмәлдә була. Барыһына яңы штамм ғәйепле.
 ПЦР-тест 48 сәғәт кенә ғәмәлдә була. Барыһына яңы штамм ғәйепле.

Хәҙер ПЦР-тестар 72 сәғәт урынына 48 сәғәт кенә ғәмәлдә була.

Рәсәй белгестәре әлегә илдә яңы штамды йоҡтороу осраҡтарын теркәмәгән, тип билдәләне ул. Шуға ҡарамаҫтан, Роспотребнадзорҙа омикрон-штамды асыҡлау өсөн махсус тест әҙерләгәндәр.

Бынан тыш, коронавирустың яңы штамы табылған илдәрҙән ҡайтҡан граждандар 14 көн карантинда ултырырға тейеш.

Попова әйтеүенсә, яңы вирус тиҙ тарала, бик хәүефле. «Яңы вариант хәүеф тыуҙыра һәм төрлө яҡлап өйрәнеүҙе талап итә», — тине ул.

Сығанаҡ: Башҡортостаным|яңылыҡтар.

Автор:Альмира Аюпова