Яңылыҡ
2 Декабря 2021, 11:54

Ейәнсураның иң хәүефле юлдары

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда кешенең үлеменә килтергән юл-транспорт ваҡиғалары булғылай. Ә юлдарҙың ниндәй өлөшө айырыуса хәүефле һәм ни өсөн?

Добавить в предпочтительные источники Google
Ейәнсураның иң хәүефле юлдарыЕйәнсураның иң хәүефле юлдары
Ейәнсураның иң хәүефле юлдары

Был хаҡта райондың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы Илнур Бакиров менән һөйләштек. 

Ул теркәлгән аварияларҙың күпселеге Ира-Магитогорск трассаһына тура килеүе, ә йәйәүлеләрҙе бәреү осраҡтары иһә башлыса ауыл янында булыуы тураһында һөйләне. Һуңғы осраҡты ғына алғанда, Иҫәнғол менән Яңы Петровка араһында үлемесле авария теркәлде. Былтыр иһә Иҫәнғолдоң газ заправкалау станцияһы янында шундай уҡ йәйәүле машина бәреп үлтереүе теркәлде. 

Белгес әйтеүенсә, бында төп сәбәп юлдарҙың яҡтыртылмауында. Ауыл урамдарында электр яҡтылығы төндә һүндерелә һәм иртәнсәккә тиклем - дөп-ҡараңғы. Ә йәйәүлеләр бит (кем - эшкә, кем эштән тигәндәй, һәр кемдең үҙ сәбәбе) төндә лә йөрөй. Мәҫәлән, Ира-Магнитогорск трассаһы Күгәрсен ауылы уртаһынан үтә. Юл хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә ҡайнап тора, ә төнөн - юлдар яҡтыртылмай...

Илнур Басир улы йәйәүлеләрҙең дә ғәйебен аҡламай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теркәлгән үлем осраҡтарының береһендә лә йәйәүлелә яҡтылыҡты ҡайтарыу элементы булмаған. 

 

Автор:Альмира Аюпова