

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 8 декабрҙә урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, еңелсә. Һауа температураһы көндөҙ -4,-9 градус тәшкил итәсәк.
Кесе йомала, 9 декабрҙә, төндә еңелсә ҡар яуа, көндөҙ яуым-төшөм көтөлмәй тиерлек. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Төндә һауа температураһы -4,-9, аяҙығанда -11,-16 градус, көндөҙ 0,-5, көньяҡ-көнсығышта -10 градусҡа ҡәҙәр тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.