Яңылыҡ
8 Декабря 2021, 08:45

Хөрмәтулла Үтәшев: “Башҡорт телен һаҡлау һәр беребеҙгә бәйле”

«Туған тел ғаиләнән башлана» проекты сиктәрендә башҡорт теле тураһында видеороликтар төшөрөлә

Добавить в предпочтительные источники Google
Хөрмәтулла Үтәшев: “Башҡорт телен һаҡлау һәр беребеҙгә бәйле”Хөрмәтулла Үтәшев: “Башҡорт телен һаҡлау һәр беребеҙгә бәйле”
Хөрмәтулла Үтәшев: “Башҡорт телен һаҡлау һәр беребеҙгә бәйле”

«Туған тел ғаиләнән башлана» проекты мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн бирелгән Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлә. Проекттың маҡсаты — башҡорт телен популярлаштырыу һәм һаҡлау. Ул М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры булышлығында тормошҡа ашырыла. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.

Проекттың авторҙары — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев һәм билдәле кинорежиссер Руслан Юлтаев, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының әҙәбиәт бүлегенең баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова.

«Донъяла 7 меңдән ашыу тел иҫәпләнә, уларҙың яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Тамашасыларға башҡорт телен һаҡлауҙың һәр беребеҙгә бәйле икәнен еткерергә теләйбеҙ. Баланы бәләкәйҙән, уның теле асылғандан алып, туған телендә тәрбиәләргә кәрәк. Был видеороликтар интернетта таратыла, Башҡортостан Республикаһы телеканалдарында һәм төрлө структураларҙың рәсми сайттарында күрһәтелә», — тине проект етәксеһе Хөрмәтулла Ғаззали улы.

Видеороликтарҙа актерҙар Миңзәлә Хәйруллина, Илсур Байымов, Хөрмәтулла Үтәшев, Артур Ҡунаҡбаев, Руслан Ғәлимов, Милена Сираева, Зиләрә Юлтаева, Алһыу Бәхтиева, Ирада Ҡадирова, Айнур Ғәбитов, Лилиә Сәғитова, Илүзә Итекәйева, актерҙарҙың балалары – Гүзәлиә Ғәлимова, Әмир Ишаев, Айлина Ҡәйүмова һәм шағирә Лариса Абдуллина ҡатнаша.

«Әкренләп донъяла телдәр юғала бара. Тимәк, улар менән бергә тотош халыҡтарҙың йолалары һәм мәҙәниәте бөтөнләйгә юҡҡа сыға. Туған телдең балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, институттарҙа өйрәнелеүе бик мөһим, әлбиттә. Ләкин ата-әсәләр өйҙә балалары менән туған телендә һөйләшә башламаһа, телде һаҡлау бурысын үтәү мөмкин түгел. Әгәр видеосюжеттар кешеләрҙе ошо хаҡта уйланырға мәжбүр итһә, был беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш булыр», – тип билдәләне Руслан Юлтаев.

Автор:Юлай Мурзабаев