

Закон үҙгәргәнгә тиклем полиция вәкилдәре торлаҡҡа енәйәтсе процессуаль статусҡа эйә булған осраҡта ғына инә алһа, хәҙер уларға енәйәтсене:
Полиция вәкиле түбәндәге осраҡта транспорт сараһын асырға хоҡуҡлы:
Транспорт сараһын асырҙан алда ул үҙенең вазифаһын, фамилияһын һәм званиеһын атарға, талап ителгәндә танытмаһын күрһәтергә бурыслы. Бынан тыш полиция хеҙмәткәре автомобилде ниндәй сәбәп менән һәм нимәгә нигеҙләнеп асыуын аңлатырға тейеш. Транспорт сараһын асҡанда хужаһы булмаһа, тәүлек эсендә уға хәбәр ителә.
Граждандарҙы, уларҙың шәхси әйберҙәрен һәм транспортын тикшереү өсөн был кешелә урланған әйберҙәр булыуына шикләнеү нигеҙ була ала. Бығаса бындай тикшереү гражданинда ҡорал йәки тыйылған әйберҙәр булыуына шикләнгәндә генә рөхсәт ителә ине.
Закон полицияларҙың ваҡиға урынын "ҡамау" тураһында ла аңлатма бирә. Хәҙер хеҙмәткәрҙәр "оцеплять" ителгән урындағы граждандарҙы, транспорт сараларын ҡарарға хоҡуҡлы. Улар шулай уҡ митинг йәки күмәк сара барған урынды "ҡамауға" алырға хоҡуҡлы.