Яңылыҡ
12 Декабря 2021, 03:45

Бөгөн – Рәсәй Конституцияһы көнө

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтың ейәнсураларҙы РФ Конституцияһы көнө менән ҡотланы:

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн –  Рәсәй Конституцияһы көнөБөгөн –  Рәсәй Конституцияһы көнө
Бөгөн – Рәсәй Конституцияһы көнө

Хөрмәтле ейәнсуралар! Һеҙҙе илебеҙҙең төп дәүләт байрамдарының береһе – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө менән ҡотлайым!

Конституция Рәсәйҙең күп быуатлыҡ тарихында тупланған бөтә тәжрибәне һәм ҡаҙаныштарҙы сағылдыра һәм илебеҙ үҫешендәге стратегик йүнәлештәрҙе билдәләй. Ул хоҡуҡи дәүләт төҙөү нигеҙе булып тора, йәмғиәттә сәйәси һәм иҡтисади тотороҡлолоҡ, социаль яҡланғынлыҡ һаҡланыуының гаранты булып хеҙмәт итә.

Конституцияла иғлан ителгән хоҡуҡтарҙы һәм азатлыҡты ғәмәлгә ашырыу беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға бәйле булыуын аңлау мөһим. Беҙҙән башҡа бер кем дә Рәсәйҙе ысынлап та көслө держава итмәйәсәк. Тик дөйөм тырышлыҡ менән генә беҙ барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сыға һәм ысын гражданлыҡ йәмғиәте төҙөй алабыҙ. Беҙҙең бурыс – Тыуған илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғон, мәҙәни традицияларҙы һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, йәштәрҙә хеҙмәткә һәм оло быуынға, тыуған еребеҙ тарихына ихтирам тәрбиәләү.

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө беҙҙең халыҡтар берҙәмлеге, Рәсәйҙең сәскә атыуы һәм йәмғиәттәге яҡшы үҙгәрештәр кәүҙәләнеше булып ҡалһын. Бөтәгеҙгә лә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, тыныслыҡ, татыулыҡ, именлек һәм бөтә башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем!