Яңылыҡ
16 Декабрь 2021, 12:35

Иң һөтлө һыйырҙар беҙҙә!

Ейәнсура һәм Мәләүез райондарында һәр һыйырҙан уртаса 9 мең килограмдан ашыу һөт һауылған

Иң һөтлө һыйырҙар беҙҙә!Иң һөтлө һыйырҙар беҙҙә!
Иң һөтлө һыйырҙар беҙҙә!

Ауыл хужалығы предприятиеларында йыл башынан бер һыйырға уртаса алғанда 5 мең 944 килограмм һөт һауып алған, тип хәбәр итте “Башҡортостан”.

Мәләүез һәм Ейәнсура райондарында иһә иң ҙур күрһәткестәр теркәлгән – һәр һыйырҙан уртаса 9 мең килограмдан ашыу һөт һауылған. Йәрмәкәй, Учалы һәм Нуриман райондарында был күрһәткес бер меңгә кәмерәк.

Тауар һөтөнөң тулайым күрһәткесе буйынса Саҡмағош районы алдынғылыҡты бирмәй. Район хужалыҡтарында дөйөм алғанда 61,6 мең тонна продукция һауып алынған.

Йыл башынан республиканың ауыл хужалығы предприятиелары һәм хужалыҡтары бөтәһе 718,2 мең тонна һөт етештергән, был былтырғы күрһәткестән 25,4 мең тоннаға күберәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас