Яңылыҡ
16 Декабрь 2021, 10:25

Коллектив иммунитет февраль башында барылыҡҡа килергә тейеш

Әлеге ваҡытта республикала халыҡтың 60% прививка эшләткән

Коллектив иммунитет февраль башында барылыҡҡа килергә тейешКоллектив иммунитет февраль башында барылыҡҡа килергә тейеш
Коллектив иммунитет февраль башында барылыҡҡа килергә тейеш

Февраль баштарында Башҡортостанда коллектив иммунитет булдырыуға өлгәшергә тейешбеҙ, тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ултырышында. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.

Әлеге ваҡытта республикала халыҡтың 60% прививка эшләткән. Ауырығандарҙы ла иҫәпкә алғанда, коллектив иммунитет 70 процентҡа яҡынлашып килә. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн был ғына етмәй, тип билдәләне ведомство башлығы.

Яҡын арала, тәү сиратта вакцинация иҫәбенә, коронавирусҡа коллектив иммунитет булдырырға кәрәк, тине Забелин. «Беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса, февраль баштарында беҙ шуға өлгәшергә тейешбеҙ», —  тип өҫтәне ул.

Фото: "Башинформ"

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас