Яңылыҡ
16 Декабрь 2021, 03:45

Вакциналанған өсөн аҡса түләй башлайҙар

Пенсионерҙарға COVID-19-ҙан вакциналанған өсөн аҡса түләй башлайҙар

Вакциналанған өсөн аҡса түләй башлайҙарВакциналанған өсөн аҡса түләй башлайҙар
Вакциналанған өсөн аҡса түләй башлайҙар

Хабаровск крайында оло йәштәгеләргә COVID-19-ҙан вакциналанған өсөн аҡса түләй башлайҙар, тип хәбәр итте РИА Новости. Был хаҡта төбәк етәксеһе Михаил Дегтярев үҙенең Telegram-каналында белдергән.

“Коронавирус инфекцияһына бәйле хәл-торош көсөргәнешле ҡала. Иң элек 60 йәштән өлкәндәрҙең һаулығы борсой. Улар ковидты ауырыраҡ үткәрә һәм нәҡ пенсионерҙар араһында үлеүселәр күп. Беҙҙең оло быуынға ярҙам итеү өсөн Хабаровск крайының 60 йәштән өлкән кешеләренә вакцинация курсын үткәндән һуң 2 мең һум түләү тураһында ҡарар ҡабул ителде”, – тип яҙған Дегтярев.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас