Яңылыҡ
19 Декабрь 2021, 07:40

Джемлы ҡабартмалар

Ял көнөндә өйөбөҙҙә май еҫе сығарып алайыҡмы?

1,5 стакан һөт

1,5 стакан кефир

3 йомортҡа

2 аш ҡалағы үҫемлек майы (ҡамырға ҡушыу өсөн)

3/4 стакан шәкәр

1 балғалаҡ тоҙ

1 аш ҡалағы әсетке

10 стакан он

Һөт менән кефирҙың йылы булыуы кәрәк. Һөткә сиратлап бар ингридиенттарҙы ҡушып сығабыҙ. Икесе һауытҡа ондо иләп һалабыҙ ҙа әсетке ҡушып бутайбыҙ. Унан һөтлө-кефирлы ҡатнашманы он өҫтөнә ҡойоп, ҡулға йәбешмәҫлек булған ҡамыр баҫабыҙ. Һауыттың өҫтөн ҡаплап, йылы урынға ҡуябыҙ. Бер сәғәттән ҡамыр ҡабарып, ике-өс тапҡырға артыр. Баҫҡылап алғандан һуң тағы ярты сәғәт тирәһе ултырып торһон ул. Әҙер ҡамырҙы өлөштәргә бүлеп йәйәбеҙ. Ҡалынлығы 3-4 мм булырға тейеш. Ара ҡалдырып, ҡалаҡ менән джем (повидло, варенка) һалып сығабыҙ. Өҫтөн ошолай уҡ йәйелгән ҡамыр менән ҡаплайбыҙ. Йөрәк йә түңәрәк формалағы ҡырҡҡыс менән джем булған урынды түңәрәк эсендә ҡалдырып, ҡырҡҡылап сығабыҙ. Ҡайнап торған майға һалып, ике яғын да әйләндереп, бешереп алабыҙ. Ҡалған ҡамырҙан бауырһаҡ, ватрушка бешерергә була. Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас