

20 декабрь иртәһендә Көйөргәҙе районында юл фажиғәһе теркәлгән. Зыян күреүселәр бар. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән “Башинформ” хәбәр итте.
Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 46-сы саҡрымында Toyota Rav 4 менән Hyundai Solaris бәрелешкән.
Аварияла дүрт кеше, шул иҫәптән биш йәшлек бала имгәнгән, бөтәһе лә дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ.