

Бөгөн Башҡортостанда урыны менән күпләп ҡар яуа һәм көслө ел иҫә, тип иҫкәртә Рәсәй МЧС-ының республика буйынса баш идаралығы Башгидромет мәғлүмәттәренә таянып.
“20 декабрҙә көндөҙ урыны менән, көслө ҡар, буран прогнозлана, ел көсәйгәндә секундына 17-22 метр тиҙлектә иҫә, айырым райондарҙа боҙлауыҡ”, – тип хәбәр итте ведомство.
Шулай уҡ Дәүләт автоинспекцияһы ла һауа шарттары насар булыуға бәйле водителдәргә, мөмкин булһа, юлға сыҡмай торорға саҡырып мөрәжәғәт итте.