

Декабрь аҙағына тиклем Рәсәй пенсионерҙарына элекке эш урынынан түләмдәр түләнәсәк, тип яҙҙы solenka.info. Был түләмдәр Рәсәй Федерацияһының 2020-2022 йылдарға тау-металлургия комплексы буйынса тармаҡ килешеүе менән көйләнә.
Бер тапҡыр түләнеүсе пособиелар күләме 5 меңдән 10 мең һумға тиклем тәшкил итә. Уларҙы эш биреүселәр элеккке хеҙмәткәрҙәрҙең предприятие үҫешенә индергән өлөшө һаман да баһаланыуын күрһәтеү өсөн түләй.