

19 декабрҙә Сибайҙа Башҡорт тарихы йылын һәм уҡтан атыу тиры асылыу уңайынан турнир үтте. Мәргәнлек бәйгеһендә Әбйәлил, Ейәнсура, Бөрйән, Белорет, Учалы, Күгәрсен, Хәйбулла райондарынан, Өфө, Учалы, Сибай ҡалаларынан һәм Силәбе өлкәһенән барлығы 48 кеше ҡатнашты. Ярыш 12-27 м аралыҡта төрлө дистанцияла 6 этапта үтте.
Пьедесталға күтәрелеүселәр Баймаҡ һәм Әбйәлилдән берәр уҡсы булһа, ҡалған дүртәүһе бөтәһе лә бөрйәндәр. Афариндар!
Бер нисә йыл элек районда мәктәптәрҙә, мәҙәниәт йорттарында мәргәндәр түңәрәктәре асыу тураһында һүҙ ҡуҙғалғайны. Шул һөйләшеү тик һүҙҙә ҡалдымы, әллә эшләйҙәрме икән? Һис юғы, призерҙар араһында бер Ейәнсура булһа ла һөйөнөслө булыр ине.