Яңылыҡ
24 Декабря 2021, 04:45

Ҡаҙаныштар һәм үҫеш нигеҙе

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов ейәнсураларҙы байрам менән ҡотланы

Ҡаҙаныштар һәм үҫеш нигеҙеҠаҙаныштар һәм үҫеш нигеҙе
Ҡаҙаныштар һәм үҫеш нигеҙе

Хөрмәтле ейәнсуралар! 24 декабрҙә республикабыҙ үҙенең дәүләт байрамын – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнөн билдәләй.

Был беҙҙең тарихыбыҙҙа иң әһәмиәтле даталарҙың береһе. Нәҡ ошо көндә Башҡортостан Республикаһының Төп законы ҡабул ителде, ул хоҡуҡуи демократик дәүләт төҙөү һәм республиканың социаль-иҡтисади үҫеше нигеҙҙәрен билдәләне. Оҙаҡ йылдар буйына Конституция граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлай, социаль-иҡтисади ҡаҙаныштарҙың ныҡлы нигеҙе булып тора, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының барлыҡ системаһының берҙәм эшен тәьмин итә.

Бөгөн Башҡортостан – һәр яҡлап үҫешкән заманса республика, ул милли байлыҡты арттырыуға ҙур өлөш индерә, ышаныслы үҫешә һәм камиллаша. Конституцион ҡиммәттәрҙе һәм нормаларҙы артабан нығытыу – беҙҙең уңыштарҙың һәм ҡаҙаныштарҙың ышаныслы нигеҙе.

Был байрам көнөндә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бөтә башланғыстарығыҙҙа уңыштар, именлек, тыныслыҡ, бәхет һәм изгелек теләйем!

Читайте нас