

Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы суды күп балалы священник Николай Стремскийға балаларға ҡарата көсләү һәм башҡа енәйәттәр ҡылыу эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы, тип хәбәр итә Лента.ру.
Стремский 21 йылға иркенән мәхрүм ителгән. Бынан тыш, уға 20 йыл балалар менән эшләүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү тыйыла. Шулай уҡ суд Стремскийҙы “Ата-әсәлек даны” орденынан мәхрүм иткән.
Стремский 2019 йылдың сентябрендә ҡулға алынған. Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, священник 1999 йылдан 2019 йылға тиклем бәлиғ булмаған 11 балаға ҡарата енси тейелгеһеҙлеккә ҡаршы енәйәт ҡылған.
Стремский 1990 йылдан алып Һарыҡташ ҡасабаһында үҙе һәм уның ҡатыны тарафынан уллыҡҡа алынған етем балалар тәрбиәләнгән шәфҡәтлелек монастырын етәкләгән.
Фото : Урал56.ру / РИА Новости