

24 декабрь иртәһендә Башҡортостандың ҡайһы бер ҡалаларында һәм райондарында һауа температураһы минус 28 градусҡа тиклем түбәнәйҙе, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Фактик һауа торошо картаһына ярашлы, Аксаковола иң һыуығы булған: урындағы метеостанцияла метеорологтар 28 градус һыуыҡ булыуын теркәгән.
Республиканың төньяғында – минус 25 (Яңауыл), көнсығышта – минус 22 (Учалы), көньяҡта – минус 20 (Аҡъяр).
Башгидромет аңлатыуынса, бындай температуралар декабрь өсөн нормаға ярашлы.
Автор фотоһы.