

Башҡорт-татар эстрадаһының популяр йырсыһы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) ҡатыны менән бергә Рәсәйҙән күсеп китергә йыйына, тип хәбәр итә «КП-Уфа». Улар ваҡытлыса Таиландҡа күсенмәкселәр. Был хаҡта йырсының продюссеры Александр Слюсаренко хәбәр иткән. Грей Азияға яңы альбом яҙыр өсөн күсенә, тип белдергән ул.
– Таиландта «хаус мьюзик» – өҫтәлмә функциялары булған ҙур тауыш яҙыу студияһы төҙөйбөҙ. Унда бассейндар, сауналар, хамамдар буласаҡ, – тигән Слюсаренко.
фото: instagram.com // Elvin Grey